Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2017, 11:40
Башҡортостанға ҡар яуғандан һуң һыуыҡтар килә
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала республикала ҡапма-ҡаршы һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы. Аҙнаның тәүге яртыһында ҡар яуасаҡ, буран буласаҡ. 25 ғинуарҙа һауа температураһы -6,-11 градус тәшкил итәсәк, төньяҡ-көнбайышта -18-гә тиклем етәсәк, көндөҙ -12,-17, көньяҡта -4,-9 буласаҡ. Синоптиктар көслө ҡар яуыуын, юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүен, еңелсә боҙлауыҡ булыуын фаразлай.
Унан һуңғы көндәрҙә ҡар яуыу туҡтаясаҡ. Арктик һауа массаһының тәьҫире һөҙөмтәһендә республиканың төньяҡ яртыһында һауа температураһы ярайһы уҡ түбәнәйәсәк, көньяҡ райондарҙа температура уртаса күп йылдар күрһәткесенән 2-4 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. 26 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -26-ға тиклем төшәсәк, көндөҙ -11,-16 градус буласаҡ.
Автор:
Гөлфиә Акулова
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас