07:56 (UTC+5), 24 Ғинуар 2017

2016 йылда диспансерлаштырыу йомғаҡтары: республика халҡы ниндәй сирҙәр менән йышыраҡ ауырый

Ксения Калинина
Ксения Калинина
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылда Башҡортостанда диспансерлаштырыу барышында белгестәр йышыраҡ ҡан тамырҙары, эндокрин һәм һейҙек-енес системаһы ауырыуҙарын асыҡлаған.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала 733 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. Өлкән йәштәге кешеләргә 85 медицина ойошмаһы һәм мобиль медицина бригадаһы диспансерлаштырыу уҙғарған.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 104,6 меңдән ашыу ауырыу осрағы асыҡланған. Уларҙан беренсе урында ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре – 29 меңләп (27,9 процент), икенселә – эндокрин системаһы ауырыуҙары – 25 меңдән ашыу осраҡ (24,1 процент), өсөнсөлә – һейҙек-енес системаһы ауырыуҙары – 11,5 мең осраҡ (11 процент).
Социаль әһәмиәтле ауырыуҙар араһында 45 туберкулез осрағы, 490 яман сир асыҡланған, 483 пациенттың диагнозы раҫланып, онкология диспансерына иҫәпкә ҡуйылған. 1739 шәкәр менән сирләү, 16 197 юғары ҡан баҫымы, 4337 йөрәк ишемияһы менән ауырыу осрағы теркәлгән.
2017 йылда 735 меңдән ашыу гражданды тикшереү күҙаллана. Быйыл медицина тикшереүен 1996, 1993, 1990, 1987, 1984, 1981, 1978, 1975, 1972, 1969, 1966, 1963, 1960, 1957, 1954, 1951, 1948, 1945, 1942, 1939, 1933, 1930 һәм 1927 йылдарҙа тыуған кешеләр үтә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика