07:26 (UTC+5), 23 Января 2017

Төбәктә ҡышын балыҡ тоторға яратыусылар өсөн «Боҙлоҡ дәүере» тип аталған фестиваль ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда ҡышын балыҡ тоторға яратыусыларҙы «Боҙлоҡ дәүере-2017» тип аталған фестивалдә ҡатнашырға саҡыралар. Фестиваль 12 февралдә Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылы янындағы быуала үтә.
Сараны ойоштороусылар — Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса, физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеттары ярҙамында «Шаршы» балыҡсылыҡ клубы. Фестиваль сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, республика халҡының балыҡ тотоуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, ғаилә менән ял итеүҙе популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Уның программаһында балыҡсылар ғына түгел, көйәрмәндәр өсөн дә балыҡ тотоу буйынса ярыштар һәм ҡыҙыҡлы конкурстар ҡаралған.
Фестивалдә ҡатнашыуға әүҙем ял итергә һәм балыҡ тоторға яратыусылар саҡырыла. Ғаризаларҙы «Шаршы» балыҡсылыҡ клубының сайтында ҡалдырырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефондар: 8-917-757-47-20 һәм 8-917-499-06-07.
Иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы сюрприздар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса фестиваль тураһында положение — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика