12:51 (UTC+5), 23 Ғинуар 2017

Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Үткән аҙна менән сағыштырғанда республика буйынса һигеҙ, Өфөлә 11 процентҡа кәмегән. «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, максималь күрһәткестәр 9 ғинуарҙан 15-нә тиклем теркәлгән.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, эпидемик сиктең артыуы өлкән йәштәге кешеләр араһында ғына ҡалған. Балалар араһында артыу юҡ.
Әлеге ваҡытта төбәктә 30 меңгә яҡын сирле теркәлгән.
Ауырыу осраҡтарының кәмеүенә ҡарамаҫтан, табиптар киҫкен респиратор вирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн шәхси иҫкәртеү сараларын ҡабул итергә кәңәш бирә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика