02:22 (UTC+5), 23 Января 2017

Башҡортостанда бер нисә бала табырға хәл иткән ғаиләләр һаны арта

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда тағы ла күберәк ғаиләләр бер нисә бала табырға хәл итә, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Социаль страховкалау фондынан. Фонд мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда 52 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ бала табыу сертификатын алған. Республикала ла, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, малайҙар күберәк тыуған, уларҙың һаны 27 меңдән ашыу, ҡыҙҙар саҡ ҡына әҙерәк – 25,5 мең самаһы. Сабыйҙарҙың уртаса буйы 52,07 сантиметр, уртаса ауырлығы 3,33 килограмм тәшкил итә. Әсәләрҙең уртаса йәше – 29.
2016 йылда «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе 565 миллион һум аҡса йүнәлткән. Уларҙың 151 миллион һумдан ашыуын йөклө осорҙа медицина хеҙмәтләндереүе өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары алған. 320 миллион һумдан ашыуы – бала табыу йорттарына, 93 миллиондан күберәге бер йәшкәсә сабыйҙарҙы күҙәтеү хеҙмәттәре өсөн балалар поликлиникаларына йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика