09:55 (UTC+5), 20 Января 2017

«Китап» нәшриәтендә «Иҫәп алыу мәғлүмәттәрендә Башҡортостан халыҡтары» исемле йыйынтыҡ баҫылып сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Иҫәп алыу мәғлүмәттәрендә Башҡортостан халыҡтары» исемле йыйынтыҡ донъя күрҙе. Бының өсөн Башҡортостанстат белгестәре бер нисә йыл буйына архив фондтарынан, тейешле иҫәп алыу йомғаҡтары баҫылған баҫмаларҙан мәғлүмәттәр йыйған.
Китапта 1897 йылғы Рәсәй империяһы халҡы иҫәбен алыуҙан башлап илдә үткән туғыҙ халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары урын алған.
Баҫмала Башҡортостан халҡының милли составы, күп һанлы милләттәрҙе йәшәгән урыны, енесе, йәш төркөмдәре, белем кимәле, ғаилә хәле һәм башҡа ҡайһы бер социаль-демографик, социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса бүлеү тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.
Оҙайлы үҫештәге тематик мәғлүмәттәрҙе бер китап итеп туплау этник, социаль һәм иҡтисади факторҙарҙың республика халыҡтары үҫешенә үҙ-ара тәьҫирен тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостанстатта билдәләүҙәренсә, йыйынтыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, милли ойошма вәкилдәре, этнология, демография һәм социология өлкәһендә тикшеренеүселәр өсөн иҫәпләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика