Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2017, 08:46

Өфө нефть университетында фән, мәғариф һәм сәнәғәт берләшмәһен үҫтереүҙе тикшерҙеләр

Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат хеҙмәте
Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт нефть техник университетында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов һәм республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов булды. Улар Йәштәр технопаркын ҡараны, аҙаҡтан түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Бында аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде.
Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты, махсус химик технологиялар кафедраһы мөдире Рәйхана Ҡунаҡова юғарыу уҡыу йорто менән академия фәнен берләштереүҙең әһәмиәтен билдәләне. Уның хеҙмәттәше, профессор Радик Зәйнуллин сероводородты утилләштереү, ашлыҡты тәрән эшкәртеү, бетулин һәм прополисты өйрәнеү өлкәһендәге кафедраның тикшеренеүҙәре тураһында һөйләне. Биотехнология һәм микробиологик производство технологиялары кафедраһы мөдире Владимир Зорин уңдырышлыҡты күтәреүҙә, зарарлы бөжәктәр менән көрәшергә ярҙам итеүсе медицина препараттары һәм феромондар етештереүҙә өлгәшелгән уңыштар хаҡында хәбәр итте. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар яңы ғилми тикшеренеүҙәр нигеҙендә етештереүҙе үҫтереү кәрәклеген өйрәнде.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, премьер-министр урынбаҫары: «Фән-ара ҡараш кәрәк. Төрлө фәндәрҙең үҙ-ара эш итеүе ҙур һөҙөмтә бирә. Өсөнсө-дүртенсе быуын продукцияһын етештереү өсөн Өфө дәүләт нефть техник университеты кеүек шундай ҙур юғары уҡыу йортоноң мөмкинлектәре менән файҙаланыу зарур».
«Былтыр Рәсәйҙең терәк юғары уҡыу йорто статусы алған университетыбыҙ тағы ла бер милли проектҡа инергә ниәтләнә. Шул уҡ ваҡытта төбәк власы, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе һәм ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ эш итеү төп нигеҙҙәрҙең береһе буласаҡ, — тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин. — Өфө нефть университеты брендына һаҡсыл ҡарайбыҙ, әммә терәк уҡыу йорто булараҡ биотехнологияларҙы, аҙыҡ-түлек һәм дизайн сәнәғәтен үҫтереү менән бәйле яңы үҫеш нөктәләрен булдырасаҡбыҙ. Ул ваҡытта уртаҡ көс менән аныҡ проекттар эшләп буласаҡ».
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: