03:10 (UTC+5), 20 Ғинуар 2017

Өфөлә 200 себер эрбеты ултыртыу күҙаллана

асыҡ сығанаҡ
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә 200 себер эрбете (кедры) ултыртыу күҙаллана. Ошо хаҡта киң мәғлүмәт сараларына республикалағы Рус география йәмғиәте рәйесе Камил Йыһаншин хәбәр итә. Эрбет үҫентеләрен Ханты-Манси автономиялы округынан алып киләләр, унда йәшәүсе Миҙхәт Хәсәнов был проекттың башлап ебәреүсеһе булып тора, тип аныҡлыҡ индерә «Вся Уфа». Рус география йәмғиәте Дим районы хакимиәте менән буласаҡ эрбет сауҡалығының урыны тураһында килешкән – уға Дим эргәһендә бер нисә гектар ер бүленгән. Себер эрбеттәре һауаны таҙартып ҡына ҡалмай, ҡоштарға аҙыҡ та бирәсәк. Әммә тубырсыҡтар өлгөрөп етһен өсөн ағастар 25 йәшкә етергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика