03:25 (UTC+5), 20 Января 2017

Баш ҡалала «Бер сәғәткә өләсәй» сайты эшләй башланы

Андрей Старостин
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Бер сәғәткә өләсәй» сайты эшләй башланы, уның аша бала ҡараусы табырға мөмкин. Эштән бушамаған ата-әсәләр өсөн ярҙамсылар ролендә педагогик һәм медицина белемле пенсионерҙар була ала.
«Бер сәғәткә өләсәй» баланы мәктәптән алырға, ашатырға һәм уның менән өйгә эште башҡарырға ярҙам итәсәк, ниндәйҙер һөнәргә өйрәтә аласаҡ. Мәҫәлән, 1-3 йәштәге балаларҙы өләсәйҙәр сәғәтенә 150 һумға ҡарап торорға тәҡдим итә, уҡыусылар менән шөғөлләнеү – сәғәтенә 200 һум. Уҡыусыны оҙайтылған көн төркөмөнә ойоштороу айына ете меңгә төшәсәк. Шулай уҡ Халыҡ университеты студенттары өйҙәге эштәрҙе башҡарырға, байрамдар ойошторорға, ижад менән шөғөлләнергә, өлкән йәштәгеләрҙе ҡарашырға ярҙам итәсәк.
«Эшмәкәрлегебеҙ өс төп нигеҙгә барып тоташа: баланың хәүефһеҙлеге, уның белеме һәм таҫылы, бөтә ғаиләнең яҡшы кәйефе», — тип үҙ эшмәкәрлеген билдәләй тәжрибәле бала ҡараусылар.
Бер сәғәткә өләсәй ярҙамына 272-04-81, 276-76-46 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика