02:29 (UTC+5), 20 Января 2017

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белем биреү учреждениеларына инеү өсөн медицина тикшереүен бөтөрөргә тәҡдим итә

Ксения Калинина
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар баҡсаһына, мәктәпкә һәм юғары уҡыу йортона инеү өсөн медицина тикшереүен үтеүҙе бөтөрөргә тәҡдим итә. Норматив акттар проекттары порталында баҫылған ведомствоның документ проектын «Газета.ру» өйрәнгән. Ведомствоға тейешле медицина хеҙмәттәре күләмен һаҡлап ҡалып, табиптарға йөкмәтелгән эште кәметергә һәм сығымдарҙы ҡыҫҡартырға кәрәк.
1,9 һәм 2,5 йәштәге балаларҙы мотлаҡ тикшереү башҡаса булмаясаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн өс мотлаҡ медицина тикшереүенән (профилактик, баштағы, периодик) иң мөһиме – профилактик тикшереүе ҡалдырыласаҡ, әммә мотлаҡ тикшеренеүҙәр исемлеге ҡыҫҡартыласаҡ. Белем биреү учреждениеларына инеү өсөн медицина белешмәһе был тикшереүҙәр нигеҙендә биреләсәк. Уҡырға инеү менән бәйле ҡарауҙар бөтөрөләсәк.
Уҡыусыларҙың тар белгестәрҙе үтеү исемлеге ярайһы уҡ ҡыҫҡартыласаҡ. Атап әйткәндә, мотлаҡ медицина страховкалау сиктәрендә 10 йәшлек балалар хирургты, стоматологты, эндокринологты, ортопедты һәм отоларингологты үтмәйәсәк. 11 һәм 12 йәшлек балалар педиатрҙы ғына үтәсәк. Баҫма һорау алған белгестәр, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы милли тикшереүҙәр календарен халыҡ-ара стандарттарға килтереү йүнәлешендә эшләй, тип иҫәпләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика