04:02 (UTC+5), 19 Января 2017

Республика уҡыусылары 2017 йылдағы БДИ-ға әҙерләнеү буйынса видеоконсультациялар ҡарай ала

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусылары 2017 йылдағы Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса видеоконсультациялар ҡарай ала. Уларҙы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт үҙенең Youtube каналына һалған.
11 видеолекциянан торған серияла БДИ-ның контроль-үлсәү материалдарын әҙерләү буйынса федераль комиссия етәкселәре һәр фән буйынса имтихандарҙың үҙенсәлектәре һәм йөкмәткеһе, 2017 йылдағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса кәңәштәр бирә һәм сығарылыш синыф уҡыусыларының һорауҙарына яуап ҡайтара.
Нисек һәйбәт итеп әҙерләнеү һәм имтихандарҙы тапшырыу кәңәштәре менән 2016 йылда Берҙәм имтихандарҙа юғары балға өлгәшкән уҡыусылар уртаҡлаша.
Бөтә имтихан фәндәре буйынса видеоконсультациялар 2017 йылдың ғинуар дауамында сығасаҡ. Баҫылған материалдар менән шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханының рәсми мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең матбуғат хеҙмәтенән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика