ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Православие сиркәүе христиандарҙың иң ҙур байрамдарының береһен — Крещение —
билдәләй. Тантаналар илдең барлыҡ ҡорамдарында ла үтә. Байрам көнөндә Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон Раштыуа Алиһәһе кафедраль собор ҡорамында төнгө литургия үткәрҙе һәм һыуҙы изгеләштереү йолаһын үтәне.