Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2017, 08:18
2017 йылда «Еҙем» тәбиғи паркын ойоштороу мәсьәләһе хәл ителәсәк
Елена Колоколова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Быйыл Башҡортостанда Киндерле мәмерйәһе янында «Еҙем» тәбиғи паркын булдырыу тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк. Был үҙенсәлекле тәбиғи объект биләмәһендә иң юғары Мәмбәт һәм Күҙгәнәк ҡаялары, шулай уҡ Уралдағы иң оҙон «Еңеү» мәмерйәһе урынлашҡан. Ойошторолмаған ял һәм экосистемаға ҡыҫылыу арҡаһында ошо урындар яйлап бысрана бара. Был объекттарҙы һаҡлап ҡалыу тейешле яҡлауҙы һәм көйлө тергеҙеүҙе талап итә, тигән фекерҙә ғалимдар.
Республиканың тағы ла бер үҙенсәлекле объектын – «Асҡын боҙ мәмерйәһе» федераль кимәлдәге тәбиғәт ҡомартҡыһын быйыл ыңғай үҙгәрештәр көтә. Мәмерйәне күрергә килеүселәрҙең күп булыуы сәбәпле, уға ҡотолғоһоҙ ағыш ҡурҡынысы янай. «Бындағы кеүек боронғо боҙҙар Рәсәйҙә бер ҡайҙа ла ҡалмаған», — тип билдәләне республикалағы Рус география йәмғиәте рәйесе Камил Йыһаншин. «Боронғо уникаль боҙҙарҙы һаҡлап ҡалмау енәйәт булыр ине», — тип иҫәпләй Рәсәй Фәндәр академияһының Биология институты директоры Василий Мартыненко.
Быйыл шунда йылыны изоляциялау экраны ҡуйыласаҡ. Инеү урыны, хәүефһеҙ төшөү, яндауырҙар һәм майҙансыҡ төҙөләсәк, мәмерйәгә ойошторолған инеү булдырыласаҡ.
«Экология проблемалары беҙҙең зиһендә генә. Күп кенә тар ҡарашлы кешеләр илебеҙ ҙур, бөтә быуындарға етәсәк, тип фекерләй. Үҙенсәлекле тәбиғәт мөйөштәрен бер нисә йыл эсендә юғалтырға мөмкин», — тип билдәләне Василий Мартыненко.
Автор:
Гөлфиә Акулова
Теги:
экология
тәбиғи парктар
Читайте нас