15:31 (UTC+5), 18 Января 2017

«Йәш журналистар мәктәбе»нең проекты «Көмөш Уҡсы» — Волга буйы федераль округы» премияһына тәҡдим ителгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Йәмәғәтселек менән бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендәге «Көмөш Уҡсы» Төбәк премияһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Кампания сиктәрендә конкурстың Башҡарма дирекцияһы Волга буйы федераль округында ижтимағи бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған дәүләт, коммерциялы, йәмәғәт структуралары һәм агентлыҡтары авторҙарынан һәм коллективтарынан ғаризалар ҡабул итте.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Төбәк премияһына быйыл 66 проект тәҡдим ителгән. Дәғүә итеүселәрҙең яртыһы тиерлек – Түбәнге Новгород өлкәһенән. Проекттар һаны буйынса икенсе урынды Удмуртия Республикаһы биләй, өсөнсөлә – Татарстан. Проекттарҙың күп кенә өлөшө «Социаль коммуникациялар» һәм «Мәҙәниәтте һәм тарихи мираҫты үҫтереү» номинацияларында күрһәтелгән. Бынан тыш, «Дәүләт, ижтимағи һәм социаль программаларҙы үҫтереү» категорияһы ҙур билдәлелек менән ҡуллана. Нәҡ ошо категорияла Башҡортостандан Елена Арямнованың «Стәрлетамаҡ ҡалаһында БР Йәш журналистар мәктәбе» проекты ҡатнаша.
Бөгөнгә тиклем жюри ағзалары конкурсҡа тапшырылған проекттарҙы баһалай һәм һәр номинацияла иң яҡшыларҙың исемлеген төҙөй. Был проекттар «Көмөш Уҡсы» — Волга буйы федераль округы» Төбәк премияһы исемлегенә инә, ә авторҙарын 27 ғинуарҙа Түбәнге Новгородтың «Арсенал» дәүләт заманса сәнғәт үҙәгендә уҙасаҡ асыҡ яҡлауға саҡыралар.
Жюриның тауыш биреү һөҙөмтәләре 20 ғинуарҙа премия сайтында баҫыласаҡ. Ошонда уҡ 2016 йылға премия номинаттарының тулы исемлеге урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика