Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2017, 14:19
Видеооператор Валентин Никульский арабыҙҙан китте
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн видеооператор Валентин Никульский арабыҙҙан китте. Ул 39-сы йәшендә ҡапыл вафат булды. Башҡортостан халҡы күп йылдар буйына уның камера объективы аша төбәктә барған хәлдәр менән танышты. Валентин Никульский бер ниндәй арттырыуһыҙ республикалағы иң яҡшы телевизион операторҙарҙың береһе булып иҫәпләнде.
Хеҙмәт юлын тыуған ҡалаһы Күмертау телеканалында башлай. Һуңынан оҙаҡ ваҡыт «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эшләй. Уның иңендә — республиканың төрлө мөйөштәрендә төшөрөлгән меңдәрсә репортаж.
Валентиндың телевидениелағы хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, сюжет төшөргәндә уға әйтеп тороу кәрәкмәгән. Шуға күрә журналистар уның менән эшләргә яратты. Ул эш, сюжет йәки комментарий әҙерләү өсөн кәрәк булғандың барыһын да оҫта итеп төшөрә белде.
2008 йылда Валентин Никульский эске эштәр органдарына эшкә күсте. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем һигеҙ йылдан ашыу Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенең телевизион төркөмө составында эшләне. Уны республика һәм федераль телеканалдарҙа, «Ваҡиға урыны» һәм «Криминаль спектр» тапшырыуҙарында оператор һәм режиссер сифатында күрергә мөмкин ине.
Валентин Никульский менән хушлашыу 19 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим урамы, 50 адресы буйынса уҙа.
Теги:
юғалтыуҙар
Читайте нас