03:58 (UTC+5), 18 Января 2017

Төбәктең алдынғы уҡыу йорттары ректорҙары муниципалитеттар, эш биреүселәр менән студенттарҙың һөнәри йүнәлеше тураһында килешеү төҙөйәсәк

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ағзалары 19 ғинуарҙа Туймазы ҡалаһында һөнәри йүнәлеш тематикаһы буйынса күсмә ултырыш уҙғара. Сарала, республиканың алдынғы уҡыу йорттары ректорҙарынан тыш, Башҡортостан дәүләт власы органдары вәкилдәре, муниципалитет етәкселәре, предприятие вәкилдәре, дөйөм белем биреү учреждениеларының сығарылыш уҡыусылары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге ҡатнашасаҡ.
Бер нисә мәғариф платформаһын уҙғарыу күҙаллана, унда ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, лабораторийҙар, түңәрәк өҫтәл, ата-әсәләр йыйылышы һәм төбәк юғары уҡыу йорттарының күргәҙмәһе көтә.
Юғары уҡыу йорттары, муниципаль райондар һәм эш биреүселәр араһында уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу форумда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ.
Сара студенттарҙың флешмобы менән тамамланасаҡ. Улар республиканың һөнәри белем биреү учреждениеларын һайлауға өндәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика