14:13 (UTC+5), 18 Января 2017

Төбәктәге Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы халыҡ-ара Рамсар биләмәләре статусын алыуы ихтимал

Фаил Абсатаров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Асылыкүл» тәбиғәт паркындағы Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығы әһәмиәтле халыҡ-ара һыу-һаҙлыҡ, йәки Рамсар биләмәләре статусын алыуы ихтимал.
Рамсар конвенцияһы хөкүмәт-ара килешеү булып тора, уның маҡсаты — һыу ҡоштарының йәшәгән урыны булараҡ бөтә һыу-һаҙлыҡ биләмәләрен һаҡлау һәм һөҙөмтәле файҙаланыу. «Рамсар биләмәләре» статусы тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса махсус режим индереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәйҙә халыҡ-ара әһәмиәттәге 12 һыу-һаҙлыҡ биләмәһе иҫәпләнә.
Әле Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса программаһы сиктәрендә Берҡаҙанды икенсе тапҡыр һуғарыу буйынса саралар алып барыла.
«Үҙ ваҡытында Урал алдында 700 гектар майҙанлыҡ, һирәк осраған йәнлектәр һәм ҡоштар йәшәгән иң ҙур һаҙлыҡ киптерелгән, торф сығарылған. Һаҙлыҡты эшкәрткәндән һуң Асылыкүлдәге һыу кимәле кәмене, был да етди проблема булып тора, — тип һөйләне Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко. — Тиҙҙән бында ярҙы нығытыусы дамба төҙөләсәк, махсус ҡойоу механизмы ҡуйыласаҡ. Объект киләһе йылдан эшләй башлай».
«Был Башҡортостанда халыҡ-ара әһәмиәттәге тәүге һыу-һаҙлыҡ биләмәһе буласаҡ. Һис шикһеҙ, төбәктең абруйын арттырасаҡ һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының үҫеш программаһы фондтарынан ошо биләмәне тикшереү һәм үҫтереү өсөн аҡса алырға мөмкинлек бирәсәк», — тип хәбәр итте ғалим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика