Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2017, 11:33
Салауатта атмосфера һауаһының сифатын күҙәтеү өсөн автоматлаштырылған станция ҡуйыла
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Салауат ҡалаһында урындағы хакимиәт атмосфера һауаһының сифатын күҙәтеү өсөн автоматлаштырылған станция ҡуйырға ниәтләй, тип хәбәр итә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Хәҙер белгестәр станцияны урынлаштырыуҙың ҡулай вариантын билдәләү буйынса эш алып бара, контролдә тотолған бысратыусы матдәләр һәм ҡорамалдарҙың кәрәкле параметрҙары исемлеген төҙөй.
Әлеге ваҡытта Салауатта атмосфера һауаһын мониторинглау республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығындағы өс поста алып барыла. Халыҡтың ялыуҙары буйынса һауаны Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының күсмә лабораторияһы тикшерә. Был ғына етмәй, шуға күрә тирә-яҡ мөхиттең сифатын күҙәтеүсе өҫтәмә объекттар булдырыу талап ителә.
«Салауат — һауаның бысраныуына бәйле көсөргәнешле хәл күҙәтелгән ҡалалар исемлегендә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылда стационар һәм күсмә сығанаҡтарҙан сығарып ташланған ҡалдыҡтар күләме 48 мең тонна тәшкил иткән», — тип билдәләне республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Филүс Яхин.
Атмосфера һауаһының торошон контролдә тотҡан автоматлаштырылған станциялар ике ҡалала: берәүһе — Стәрлетамаҡта һәм икәүһе Өфөлә эшләй. Киләсәктә Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һауала бысратыусы матдәләрҙең ҡалдыҡтарын иртә асыҡлаған станцияларҙы аналитик ҡорамалдар менән өҫтәмә йыһазландырырға ниәтләй.
Теги:
экология
атмосфера һауаһы
Читайте нас