05:03 (UTC+5), 18 Января 2017

Республиканың ата-әсәләр йәмәғәтселеге «Рособрнадзор» етәксеһенә йомғаҡлау аттестацияһы буйынса һорауҙар бирә ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың ата-әсәләр йәмәғәтселеге Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһенә йомғаҡлау аттестацияһы буйынса һорауҙар бирә ала. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 15 февралдә Сергей Кравцов уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән ил кимәлендә осрашыу үткәрә һәм 2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыуға бәйле һорауҙарға яуап бирә.
Атап әйткәндә, контроль-үлсәү материалдарының йөкмәткеһе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле мәктәп тамамлаусылар өсөн имтихан үткәреү үҙенсәлектәре, шулай уҡ аттестат алыу һәм юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн минималь балдар һаны хаҡында һүҙ барасаҡ.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт башлығы менән осрашыу ведомствоның Ситуация-мәғлүмәт үҙәгендә ойошторола.
«Рособрнадзор» хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта электрон почтаға, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең социаль селтәрҙәге төркөмөндә ата-әсәләрҙән һорауҙар ҡабул ителә башлаған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика