ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2017 йылда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы планына атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү өлкәһендә 118 сара
ингән. Был хаҡта матбуғат конференцияһында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һөйләне.