11:45 (UTC+5), 18 Января 2017

Рәсәй туристик операторҙарҙы шәхси яуаплылыҡ фондтары булдырырға бурыслы

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 31 ғинуарға тиклем сит илгә сығыу туризмы өлкәһендәге Рәсәй туристик операторҙары шәхси яуаплылыҡ фондтары булдырырға тейеш. Туризм буйынса федераль агентлыҡ туристик тармаҡ вәкилдәрен ошо хаҡта иҫкәртте. Әммә күпселек туристик операторҙар әле һаман быны эшләмәгән, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
«Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы ҡануни билдәләнгән ваҡытҡа фонд булдырмаған операторҙарҙы Берҙәм федераль туроператорҙар реестры исемлегенән төшөрөп ҡалдырырға мәжбүр буласаҡ», — тип иҫкәртә ведомство башлығы Олег Сафонов.
«Яңы фондтың төп маҡсаты – туристарҙың именлеген һәм тәү сиратта уларҙың финанс именлеген арттырыу. Сөнки 2014 йылда бер юлы 28 оператор бөлгөнлөккә төшкәс, донъяның 20-нән ашыу иленән 56 мең туристы алып ҡайттыҡ. Әммә күбеһе өйҙәренән сыҡмайынса зыян күрҙе. Улар – туристик продукт һатып алған, ләкин файҙаланып өлгөрмәгән кешеләр, – тип һөйләне баҫмаға «Туристик ярҙам» ассоциацияһы директоры Александр Осауленко. – Уртаса статистика мәғлүмәттәре буйынса, бындай кешеләргә аҡсаның 8-12 проценты ғына ҡайтарып бирелә».
Шул рәүешле һәр туристик оператор өсөн шәхси яуаплылыҡ фонды булдырыу идеяһы тыуа, ә ошо йылдың 1 ғинуарынан тейешле закон үҙ көсөнә инде. Ысынында иһә баҙарҙа ҡатнашыусыларға тағы ла бер ай бирелә – уларҙың 31 ғинуарға тиклем ваҡыты бар.
Шәхси яуаплылыҡ фондының дөйөм күләме туристик операторҙарҙың былтыр һатҡан продукцияһы хаҡынан 7 процент тәшкил итә. Ләкин закон «копилка»ны яйлап – ете йыл дауамында йыл һайын 1-шәр процентлап тултырырға ла мөмкинлек бирә.
Дәүләт һәм эшҡыуарлыҡ фекеренсә, юлламалар һатҡан ойошма бөлгөнлөккә төшһә, йыйылған аҡса туристарға юғалтыуҙарын элеккесә 8-12 процентҡа ғына түгел, ә тулы күләмдә ҡапларға мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика