Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2017, 07:08

Өфөнән күп балалы ғаилә «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсында еңде

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң Максимовка ҡасабаһынан Семеновтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының «Күп балалы ғаилә» номинацияһында 22 еңеүсе иҫәбенә инде. Конкурсты 2016 йылда Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды ойошторҙо.
Бәйгелә Башҡортостандан биш ғаилә ҡатнашты: Өфөнән Семеновтар, Стәрлетамаҡтан Нуретдиновтар, Дүртөйлө районынан Хәмәтдиновтар, Мәләүез районынан Карпухиндар һәм Өфөнән Шәрәфетдинов менән Кәбирова ғаиләһе. 77 төбәктән 286 ғаилә «Күп балалы ғаилә», «Йәш ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Рәсәйҙең алтын ғаиләһе», «Ғаилә — ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы» номинацияларында еңеү өсөн ярышты.
«Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеүҙән тыш, Семеновтар ғаиләһе онлайн тауыш биреүҙә алтынсы урын яуланы.
Галина Антоновна менән Валерий Вениаминович Семеновтар үҙҙәренең өс балаһын тәрбиәләй. Дөйөм алғанда, 15 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала өсөн ата-әсә була. Әлеге ваҡытта Семеновтар ғаиләһендә туғыҙ бала йәшәй, уларҙың етәүһе тәрбиәгә алынған. Семеновтар бөтә балаларында ла әүҙем, ижади яҡтан үҙеңде ойоштороу һәм эске тәртип һәләттәрен үҫтерә. Балалар театр һәм музейҙарға йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә ярата, күбеһе музыка мәктәбен тамамлаған. Бөтә ғаилә «Злагода» украин йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй, унда йолаларҙы, халыҡ ижадын, тарихты өйрәнә. Семеновтар опекундар, баланы ҡарауға алған һәм патронат ғаиләләр араһында уҙғарылған бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында күп тапҡыр еңеүсе була.
Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас