Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2017, 12:43

Башҡортостан Дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе томан төшөү сәбәпле ҡурҡыныс хаҡында иҫкәртә

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Ауырғазы районынан алып Мәләүез районына тиклем Өфө-Ырымбур юлында көслө томан төшөүе сәбәпле күреү мөмкинлеге сикләнә. Шуның менән бәйле Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлда ныҡ иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм транспорт ағымында хәүефһеҙ араны тоторға өндәй. Тәртипһеҙ рәүештә урын алмаштырыу һәм ҡапыл тормозға баҫыу тыйыла, юл билдәләрен, юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең талаптарын һәм күрһәтмәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
Юл хәрәкәте ҡатнашыусылары ярҙам һорап республиканың юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына йәки 235-84-02, 233-27-31 телефондары буйынса шылтыратып мөрәжәғәт итә ала.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас