03:17 (UTC+5), 18 Ғинуар 2017

Ашығыс ярҙам машиналары автомобилдәрҙе төкөтә аласаҡ – киң мәғлүмәт саралары

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ашығыс ярҙам машиналарына уларҙы үткәрмәгән автомобилдәрҙе төкөтөргә рөхсәт биреү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге тикшерелә. Ошо хаҡта, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Яковлеваға һылтанып, ТАСС агентлығы хәбәр итә. Ашығыс ярҙамға ҡаршылыҡ тыуҙырғандары өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырыу тураһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ла, пациенттар араһында ла фекер алышыу бара.
Петропавловск-Камчатский ҡалаһындағы хәл-ваҡиға йәмғиәттең ризаһыҙлыҡ белдереүенә сәбәпсе булып тора. 10 ғинуарҙа кисен сит ил машинаһы водителе ашығыс ярҙам машинаһына юл бирмәй. Һөҙөмтәлә табиптарҙы көткән пациент, 21 йәшлек ир, вафат була.
«Ҡануниәтте ҡатыландырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Әгәр ашығыс ярҙам машинаһын үткәрмәйҙәр икән, тимәк, был ихтыярһыҙ эшләнгән енәйәт кенә түгел. Был аңлы рәүештә үлтереү, тип әйтер инем. Нисек инде ашығыс ярҙамды, унан бигерәк, сигнал уттары янып торған реанимация машинаһын үткәрмәҫкә мөмкин», — тип фекерен белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика