Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2017, 11:06
Республика уҡыусылары һәм студенттары йыһан сүп-сарын «йыясаҡ»
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн йыһанға арналған олимпиада уҙғарыла, тип хәбәр итә төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте. Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе йыһан сүп-сары мәсьәләләре буйынса олимпиаданы ойоштороусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһай.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Вячеслав Аброщенко һәм Руфина Шаһапованың башланғысы буйынса Өфөлә «Йыһан сүп-сары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Унда летчик-космонавт, Рәсәй Геройы Михаил Корниенко, шулай уҡ Рус география йәмғиәтенең әүҙем ағзалары ҡатнашты. Студенттар летчик-космонавт менән аралашты һәм уға һорауҙар бирҙе.
Теги:
башҡортостан дәүләт йыйылышы
Читайте нас