02:50 (UTC+5), 17 Января 2017

Күмертау халҡы «Елки» исемле киносаганың киләһе өлөшөнә эләгергә теләй

Күмертау ҡалаһы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Күмертау халҡы «Елки» исемле киносаганың киләһе өлөшөнә эләгергә теләй. Бының өсөн улар иҫкесә Яңы йыл төнөнә ҡарай уҙғарылған үҙенсәлекле флешмобта ҡатнашты. Байрамда ҡатнашыусылар ҙур «К» хәрефенә теҙелеп, фонариктар ҡабыҙҙы. Әлеге сара һауанан төшөрөлгән һәм артабан «Елки» авторҙарына ебәреләсәк.
Флешмобтан тыш, был көндә төп ҡала шыршыһын ябыу сараһы үтте. Байрам ҡунаҡтарын «Елки» исемле популяр кинотаҫма геройҙары – саңғысы һәм сноубордсы сәләмләне, улар яңы заманса саңғы-роллер трассаһы һәм яңыраҡ Күмертауға Тиҙ үҫешеүсе биләмә статусы бирелеүе хаҡында һөйләне. Тамаша дауамында геройҙар үҙ ҡалаһы өсөн именлек һәм яңы социаль объекттар һорап яҙған малайҙың юғалған хатын тапшырыу өсөн Ҡыш бабайҙы эҙләне, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика