07:00 (UTC+5), 17 Января 2017

Башҡортостанда социаль проекттарҙың мини-гранттары конкурсы иғлан ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» һәм «Әсә һәм бала» хәйриә фонды (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) «Бергә эш итәбеҙ» социаль проекттарҙың мини-гранттары конкурсын иғлан итә.
Бәйге халыҡтың проект башланғыстарын тормошҡа ашырыу һәм уңышлы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, йәмәғәтселекте республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Унда төбәктәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм берләшмәләр, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар, учреждениелар, инициативалы төркөмдәр һәм айырым кешеләр ҡатнаша ала.
Социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам итеү буйынса конкурс ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү, техник һәм ижади ҡеүәткә булышлыҡ итеү, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәренә хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән проект башланғыстары, спорт сараларының яңы форматын индереү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән башланғыстар, халыҡты һәм урындағы үҙидара органдарын йәлеп итеп, ихаталарҙы төҙөкләндереү йүнәлештәре буйынса ойошторола.
Ғаризалар 1 февралдән 15-нә тиклем sonkorb@mail.ru электрон почтаһына йәки 450009, Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 35 адресы буйынса ҡабул ителә. Конкурс тураһында положение төбәктең «Бергә эш итәбеҙ» ресурс үҙәге сайтында баҫылған.
Проект еңеүселәре финанслау ала. Конкурстың грант фонды 300 мең һум тәшкил итә. Мини-гранттың күләме — 25 мең һум. Аҡсаны «Әсә һәм бала» хәйриә фонды тапшыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика