10:20 (UTC+5), 17 Января 2017

«Башҡорт» ҡушаматлы көрәшсе Илфат Әмиров үҙенең Ҡытайҙа еңеүе хаҡында һөйләне

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ғинуар башында Ҡытайҙа WLF турнирында судьялар бер тауыштан ММА буйынса профессиональ көрәшсе, яҡташыбыҙ Илфат Әмировты еңеүсе тип таныны. Алыш Ченьжоу ҡалаһында уҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сәфәр йомғаҡтары буйынса йәш башҡорт чемпионы менән матбуғат конференцияһын ойошторҙо.
Алыштарҙа Ҡытайҙан 26 көрәшсе һәм башҡа дәүләттәрҙән 26 вәкил ҡатнашты, тип һөйләне Илфат Әмиров. Ул Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаған берҙән-бер спортсы булды. 27 йәшлек Илфат 70 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһына ҡарай. «Башҡорт» ҡушаматлы спортсы еңеүсе кубогын ҡамсат бүрек кейеп ҡабул итте. Илфат аҡсалата бүләкте үҙенең спорт карьераһын үҫтереү өсөн тотонорға ниәтләй.
«Мин Күмертауҙа тыуып үҫтем. Тыуған ҡаламда дзюдо буйынса ярыштарҙа өсөнсө урын алыуым тәүге еңеүем булды. Ул саҡта миңә 11 йәш ине. Һуңынан Ишембайҙа кадет корпусында уҡыным. Унда ҡул һуғышы менән шөғөлләнә башланым, — тип иҫенә төшөрә Илфат. — Ил кимәлендәге беренсе награданы 2008 йылда панкратион буйынса Бөтә Рәсәй турнирында яуланым».
Бөгөн Илфат Әмиров — ММА, грепплинг, комплекслы яңғыҙ көрәш буйынса ил һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. 2007 йылда Мәскәүгә күскәс ҡатнаш һуғыш төрҙәре сәнғәте менән шөғөлләнә башлай. Уның үҙәк күнекмәләр базаһы ла шунда урынлашҡан. Йәш спортсы Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты аспирантураһына уҡырға ингән.
«Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙерге йәштәр спорт ҡаҙаныштары, сәләмәт йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһына, — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев. — Венер Ғәлиев, Хәбир Сөләймәнов, Илфат Әмиров кеүек шәхестәр яҡшы өлгө күрһәтә. Бурысыбыҙ — халҡыбыҙҙы бөтә донъяға танытыусы лайыҡлы йәш вәкилдәрҙе берләштереү».
Илфат Әмиров Америкала сығыш яһарға хыяллана. «Көрәшсе өсөн иң мөһиме — түҙемлек. Тәүге мәлдә бер нисә тапҡыр еңелдем, әммә был мине туҡтатманы. Йәш саҡта көрәшеп ҡалам», — ти спортсы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән көрәшсегә иҫтәлеккә «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһынан «Башҡорттар» китабын бүләк иттеләр.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика