Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2017, 16:57

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант отто

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 2017-2020 йылдарҙа ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант аласаҡ. Башҡорт дәүләт педагогия университетынан тыш, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Ҡазан федераль университеты, Пятигорск дәүләт университеты комплекслы саралар планын тормошҡа ашырыу үҙәктәре булып сығыш яһай.
Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә әйтеүҙәренсә, педагогия университеты ислам мәғарифын үҫтереү һәм экстремизмды иҫкәртеү буйынса программаны бойомға ашырыу менән 2008 йылдан шөғөлләнә. Төп партнер уҡыу йорто — Рәсәй ислам университеты. Республиканың төрлө вуздарынан һәм ғилми учреждениеларынан ислам тарихы һәм мәҙәниәте, теология, культурология, педагогика, философия, социология һәм башҡа гуманитар фәндәр буйынса белгестәр проект тирәләй берләшкән һәм төбәктә конфессия-ара татыулыҡты һаҡлау буйынса мөһим бурысты үтәй. БДПУ ислам буйынса белем биреү учреждениеларының ғилми-методик эшмәкәрлеге, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, уҡыу-методик ҡулланмалар әҙерләү, уҡытыу процесына заманса мәғлүмәт технологияларын индереү өсөн яуап бирә.
Читайте нас: