14:54 (UTC+5), 17 Ғинуар 2017

Аҙна аҙағында Өфөлә мәктәптәрҙә карантинды оҙайтыу-оҙайтмау тураһында ҡарар ҡабул ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Аҙна аҙағында Өфөлә мәктәптәрҙә карантинды оҙайтыу-оҙайтмау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әлегә ул 21 ғинуарға тиклем дауам итә.
«Аҙна дауамында сирҙең күтәрелеше үтер, уҡыусылар араһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуйылмаҫ, тип уйлайбыҙ, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Аҙна һуңында сирҙе мониторинглау мәғлүмәттәре һәм белгестәрҙең доклады нигеҙендә дүшәмбе көндө мәктәптәрҙә белем биреүҙе дауам итергәме-юҡмы икәнлеге тураһында ҡарар ҡабул ителә».
Ҡала хакимиәте башлығы әйтеүенсә, уҡыу процесы туҡтатылмай — мәктәптәр ситтән тороп уҡытыу формаларын файҙалана.
«Уҡытыусылар уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә һәм законлы вәкилдәренә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте еткерә. Уҡыусылар эштәрҙе үҙ алллы башҡара. Атап әйткәндә, эш мәктәптәрҙең сайты, электрон көндәлектәр аша алып барыла», — тине Ирек Ялалов.
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеүҙең эпидемик күтәрелеше былтыр декабрь айының һуңғы аҙнаһында башланды. Әлеге ваҡытта Өфөлә эпидемик күтәрелештең дүртенсе аҙнаһы күҙәтелә. Был турала 17 ғинуарҙа муниципалитетта үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, бөгөн республикала грипп менән сирләүселәр араһында А2 киҙеүе вирусы штамдары, шулай уҡ парагрипп, аденовирустар, РС-вирустар асыҡлана.
Үткән аҙнала Өфөлә сирҙең артыуы дауам итте. Бөтәһе 10 меңдән ашыу кеше ауырыған, эпидемик сик — 81,3 процент.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика