10:20 (UTC+5), 16 Января 2017

Уҙған йылда төбәктең ЗАГС органдары 56 меңдән ашыу бала тыуыуын теркәгән

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылда Башҡортостандың ЗАГС органдары сабый тыуыу тураһында 56 201 акт теркәгән. Был һан үлем тураһындағы акттарға ҡарағанда 3840-ҡа (7,3 процентҡа) күберәк. Теркәлгән үлем һаны 52 361 (-3,4 процент) тәшкил итә.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, тыуыу тураһында акттар күберәк Күмертауҙа (+3,8 процент), Стәрлетамаҡ районында (+3,5 процент), Өфөлә (+0,9 процент), Ейәнсура (+0,6 процент) һәм Нуриман (+0,4 процент) райондарында теркәлгән.
Үлем осрағы Краснокама (-17,9 процент), Нуриман (-15,9 процент), Тәтешле (-15 процент), Салауат (-11,9 процент), Илеш (-11,4 процент) райондарында кәмегән. Өфөлә кәмеү 1,8 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Былтыр республиканың ЗАГС органдарында 160 мең самаһы граждандар хәле теркәлгән, улар иҫәбендә — кешенең тыуыуы һәм үлеме, өйләнешеү һәм айырылышыу, уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыу, аталыҡты билдәләү.
Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика