01:57 (UTC+5), 16 Января 2017

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районына барҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды.
Ул 80 йыллыҡ тарихлы уҡыу йортонда – 1-се урта мәктәптә йөҙөү бассейны урынлашҡан яңы корпусты ҡараны. Белем усағы ҙур төҙөкләндереү эштәренән һуң 2014 йылдың 1 сентябрендә асылған.
Бында мәктәптең 2-11 класс уҡыусылары, сменаһына 200-гә яҡын кеше шөғөлләнә. Бассейн төрлө кимәлле булғанлыҡтан, ул башланғыс класс уҡыусыларын йөҙөргә өйрәтеү өсөн бик уңайлы. Йөҙөү өсөнсө физкультура дәресе булараҡ мәктәп программаһына инә. Шулай итеп, һәр уҡыусы аҙнаһына бер тапҡыр бассейнға йөрөй.
Республика Башлығы мәктәптәрҙә бассейндар булыуының маҡсатҡа ярашлылығы, уны файҙаланыу һәм дәрестәрҙе ойоштороуға бәйле проблемалар менән ҡыҙыҡһынды. Уҡытыусылар әйтеүенсә, ауырлыҡтар күп түгел, үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеге хаҡында һүҙ барғанда уларға иғтибар итергә кәрәкмәй. Республиканың башҡа уҡыу йорттарында бассейндар төҙөгәндә ошо тәжрибәне өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе башланғыс класс уҡыусылары кабинеттарында булды, уларҙы йыһазландырыуҙы баһаланы һәм уҡытыусылар коллективы менән аралашты.
Рөстәм Хәмитов юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләгән «Интеграл» шәхси белем биреү үҙәгенә лә барҙы.
Эш сәфәре барышында республика етәксеһе 1999 йылда Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең социаль реабилитациялау предприятиеһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Максимум» Белорет электромеханика заводында булды. Бөгөн завод, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн эш урындарын тулыһынса һаҡлап, йылына 700-800 мең люминесцент лампалар һәм продукцияның башҡа төрҙәрен етештерә. 2015 йылда заводта яҡтыртҡыс диодлы лампалар юғары технологиялар ярҙамында сығарыла башлаған.
Рөстәм Хәмитов төп производство участкаларын ҡараны, изделиелар әҙерләү технологияһы, шулай уҡ етештерелгән продукция өлгөләре менән танышты. Башҡортостан Башлығы хеҙмәт коллективы менән аралашты, уларҙың эш шарттарын баһаланы һәм завод етәкселеге менән үҫеш пландарын тикшерҙе.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика