Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2017, 07:49

Февралдә төбәк халҡы дүрт көн дауамында ял итәсәк

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Февралдә Башҡортостан халҡы дүрт көн дауамында – 23, 24, 25 һәм 26 февраль (кесе йоманан алып йәкшәмбегә тиклем) ял итәсәк. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө – Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы эшләмәгән ял көнө тип һанала.
2017 йылда бер нисә байрам ял көндәре менән тап килә. Шуның менән бәйле 1 һәм 7 ғинуарҙағы (йәкшәмбе һәм шәмбе) ял көндәрен 24 февралгә (йома) һәм 8 майға (дүшәмбе) күсерергә тәҡдим ителгән.
Дөйөм алғанда, яңы йылда 23-26 февраль, 8 март (шаршамбы), 29 апрель – 1 май, 6-9 май (шәмбенән шишәмбегә тиклем), 10-12 июнь һәм 4-6 ноябрь (шәмбенән дүшәмбегә тиклем өсөшәр көн) ял көндәре буласаҡ тип күҙаллана.
Бынан тыш, республикала «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Башҡортостан Законына ярашлы, 2017 йылда 25 июнь – Ураҙа байрамы һәм 1 сентябрь – Ҡорбан байрамы эшләмәгән байрам көндәре тип иғлан ителгән.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас