Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2017, 13:11

Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 17-31 ғинуарҙа Өфөлә XX «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2017» ҡала конкурсы ойошторола. Төп номинация менән бер рәттән иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла билдәләнә.
Йылдан-йыл конкурстың офоҡтары киңәйә һәм әһәмиәте арта. Ситтән тороп ҡатнашыу этабында конкурсанттар эссе һәм үҙ интернет-ресурсын тәҡдим итте. Төп этапта ижади эшләгән, һөнәре буйынса иң яҡшы 48 уҡытыусы һынауҙы дауам итә. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2017» бәйгеһендә 23 педагог ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Мәғариф идаралығында.
17 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә Моторҙар эшләүселәр һарайында конкурсты асыу тантанаһы була. 18 ғинуарҙа 105-се гимназияла — методик семинар, киләһе аҙнала (25-26 ғинуарҙа) 52-се лицейҙа һәм 105-се гимназияла — асыҡ дәрестәр, 23-27 ғинуарҙа — оҫталыҡ дәрестәре, 30-да — «Мәғариф проекты» һәм 31 ғинуарҙа түңәрәк өҫтәл үткәрелә.
Конкурсҡа йомғаҡ февраль айында яһала.
Читайте нас