03:27 (UTC+5), 16 Января 2017

Быйыл Башҡортостанда медицина тикшереүен кемдәр үтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың медицина учреждениеларында яңы диспансерлаштырыу кампанияһы башланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 21 йәштән 90 йәшкә тиклемге граждандар өсөн бушлай өс йыл һайын уҙғарыла. Диспансерлаштырыуҙы үтеү ирекле, әммә кеше унан баш тартһа, табип пациенттың амбулатор картаһына ошо хаҡта билдә ҡуя.
Быйыл медицина тикшереүен 1996, 1993, 1990, 1987, 1984, 1981, 1978, 1975, 1972, 1969, 1966, 1963, 1960, 1957, 1954, 1951, 1948, 1945, 1942, 1939, 1933, 1930 һәм 1927 йылдарҙа тыуған кешеләр үтә ала.
Табиптар билдәләүенсә, диспансерлаштырыу ҡаты сирҙәрҙе башланып торған осоронда асыҡларға, ҡайһы берҙәрен иҫкәртергә һәм кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Медицина тикшереүе үтеү өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы һәм Рәсәй гражданы паспорты кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика