Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2017, 14:12

Былтыр республикала нисә парҙың өйләнешеүе һәм айырылышыуы билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылда республикала нисә парҙың өйләнешеүе һәм айырылышыуы билдәле булды. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, никахтар һаны айырылышыуҙар һанынан күберәк.
Уҙған йылда Башҡортостанда 25 323 никах теркәлгән. Әммә айырылышыуҙар ҙа етерлек — 15 646, тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Өфөнөң Ленин (+23,1 процент) һәм Киров (+2,6), республиканың Йылайыр райондарында (+3,6) теркәлгән никахтар һаны артҡан.
Бүздәк (-33,9 процент), Ҡыйғы (-31,3), Борай (-24,3), Көйөргәҙе (-20,2) райондарында айырылышыуҙар һаны һиҙелерлек кәмегән. Баш ҡалала айырылышыуҙар 2,9 процентҡа аҙыраҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының рәсми төркөмөндә бирелгән.
Читайте нас