07:09 (UTC+5), 16 Января 2017

Башҡортостандың яңы һунарсылыҡ хужалығында маралдар үрсетеләсәк

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Борай районында «Толпар» һунарсылыҡ хужалығы асылды. Унда маралдар үрсетеү күҙаллана.
Һунар биләмәләренең дөйөм майҙаны 32 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Әле бында 150 ҡабан һәм ете ала-сыбар болан аҫрала. Тиҙҙән ике мең баш марал һатып алыу, ете-һигеҙ йыл эсендә уларҙың һанын 15 мең башҡа еткереү ҡарала, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Маралдарҙың нығынып етмәгән мөгөҙҙәре шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Һунарсылыҡ хужалығы етәксеһе урынбаҫары Валерий Антипов әйтеүенсә, киләсәктә маралдарҙың мөгөҙҙәрен файҙаланып дауалау буйынса республикала тәүге шифаханаларҙың береһен асырға ниәтләйҙәр.
«Ошо инфраструктура хайуандарҙы һатып алыу, үрсетеү, ҡарау, уларҙы иреккә сығарыу өсөн төҙөлгән, — тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. — Шулай итеп, бөтә һунарсылыҡ ҡеүәтебеҙ тормошҡа ашырыла. Быларҙың барыһы ла һунарсылыҡ туризмын үҫтереү өсөн шарттар булдыра, браконьерҙарға ҡаршы көрәшкә булышлыҡ итә».
Вольерҙар төҙөү — республикала тормошҡа ашырылған һунарсылыҡ хужалығын үҫтереү концепцияһының төп маҡсаттарының береһе. Документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Унда ҡырағай йәнлектәрҙең һанын арттырыу, инвестициялар йәлеп итеп, цивилизациялы һунар ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү ҡаралған. Әлеге ваҡытта төбәктә 128 һунарсылыҡ хужалығы бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика