09:29 (UTC+5), 13 Января 2017

Яңы йылдың тәүге ике аҙнаһында төбәктә 50-нән ашыу кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы йылдың тәүге ике аҙнаһында Башҡортостанда 54 кешелә ВИЧ теркәлгән, шуларҙың 36-һы (66,6 проценты) — ир-егеттәр, 18-е (33,3 проценты) — ҡатын-ҡыҙҙар. Ете кеше — Башҡортостан буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында.
ВИЧ-инфекциялы 13 ауырлы ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Сирле ҡатындарҙың бишәүһе бала тапҡан.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 18 670 ВИЧ-инфекциялы иҫәпләнә. Шуларҙың 10 521-е — ҡала, 5724-е ауыл ерендә йәшәй, 1700-ө — Башҡортостан буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында, 725-е — билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр.
Республика буйынса ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 1,28 тәшкил итә. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда сирҙең 42 процентҡа (2,21-ҙән 1,28-гә тиклем) кәмеүе теркәлә. Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә ошондай мәғлүмәттәр килтерелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика