02:20 (UTC+5), 13 Января 2017

Уҡыусылар БДИ-ны уҙғарыу хаҡында тулыраҡ телетапшырыуҙарҙан белә ала

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын уҙғарыу тураһында тулыраҡ телетапшырыуҙарҙан белә ала. «О ЕГЭ предметно» тапшырыуы – Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән Рәсәй йәмәғәт телевидениеһының уртаҡ проекты.
2017 йылдың ғинуар-апрелендә эфирға сығасаҡ 13 сығарылыш циклы сиктәрендә, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте һәм Педагогик үлсәүҙәрҙең федераль институты белгестәре 2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханының ойошторолоуы, яңы технологиялар, имтихан эштәрендәге үҙгәрештәр хаҡында һөйләйәсәк, төрлө фәндәр буйынса имтиханды тапшырыу өсөн нисек яҡшыраҡ әҙерләнергә кәңәштәр бирәсәк, шулай уҡ тамашасыларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарасаҡ. Тапшырыуҙар һәр кесе йома тура эфирҙа сығасаҡ.
Эфирға сыҡҡан тапшырыуҙарҙың яҙмаһы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең YouTube каналында урынлаштырыласаҡ, улар менән уҡыусылар уңайлы ваҡытта таныша аласаҡ, тип аңлаттылар ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика