04:53 (UTC+5), 13 Января 2017

Республика Башлығы Бөрйән районында яңы мәктәпте ҡараны

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов /. 12 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрйән районына эш сәфәре барышында район үҙәге Иҫке Собханғолда 550 урынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбен ҡараны. Белем усағы былтыр уның ҡушыуы буйынса яңыртылғандан һуң асылған.
2014 йылдың мартында Рөстәм Хәмитов мәктәптең иҫке бинаһын күргәндән һуң, уҡыусыларҙың ҡыҫынҡы шарттарҙа белем алыуын билдәләп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә реконструкция эштәрен башларға ҡушты.
Әлеге ваҡытта мәктәптә район үҙәгенән, яҡындағы ауылдарҙан 700-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Күрше ауылдарҙан уҡыусыларҙы автобуста йөрөтөү һәм элекке музыка мәктәбендә ваҡытлыса йәшәү ойошторолған. 2017 йылдың яҙында комплекстың икенсе сиратын – 120 урынлыҡ интернатты төҙөүҙе тамамлау ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы уҡыу кластарын, компьютер кабинетын, спорт залдарын, ашхананы, тамашалар залын һәм процедуралар, прививка яһау, стоматология бүлмәләренән торған медицина блогын ҡараны. Рөстәм Хәмитов мәктәпте йыһазландырыу менән ҡыҙыҡһынды. Уҡытыусылар әйтеүенсә, бында уҡыу процесы өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, ҡорамалдарға ҡытлыҡ кисермәйҙәр.
- Беҙ яҡшы эш башҡарҙыҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Район башлығы Рөстәм Шәрипов һүҙҙәренсә, тиҙҙән Яңы Собханғол ауылында ла башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башлай. Проекттың дәүләт экспертизаһы алынған да инде.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика