11:20 (UTC+5), 13 Января 2017

Рөстәм Хәмитов Белоретта Уҡшуҡ биҫтәһендә булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белоретҡа эш сәфәре барышында Уҡшуҡ биҫтәһендә булды. Республика етәксеһе «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында уҡ унда йәшәгән бер кеше менән осрашҡайны.
Ул саҡта Рөстәм Хәмитов менән әңгәмә барышында биҫтәнең урам комитеты рәйесе Милләт Әзекәев элек Уҡшуҡтың ҡасаба булғанлығы хаҡында һөйләгәйне. Уны ҡалаға ҡушҡандан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты ябылған, һәм халыҡҡа бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы ҡала поликлиникаһына йөрөргә тура килгән. Былтыр урындағы властар һәм шәхси эшҡыуарҙар көсө менән медицина кабинеты асылған. Ҡаҙна ресурстары йәлеп ителмәгән.
Башҡортостан Башлығы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы ҡарамағында булған ошо табипҡа тиклем ҡабул итеү бүлмәһен ҡараны. Халҡы 600-ҙән ашҡан биҫтә өсөн яҡында ғына медицина пунктының булыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Рөстәм Хәмитов ҡабул итеү зонаһын һәм процедура бүлмәһен ҡараны, медикаменттарҙың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, уларҙың беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле бөтә дарыуҙары ла бар. Табиптар тәғәйенләгән препараттарҙы пациенттар үҙҙәре менән алып килә.
Табипҡа тиклем ҡабул итеү бүлмәһен ҡарағандан һуң республика етәксеһе биҫтәнең активы менән аралашты. Ул халыҡтың биләмәне төҙөкләндереү һәм уны ҡарҙан таҙартыу буйынса башланғысын ыңғай баһаланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика