07:44 (UTC+5), 13 Января 2017

Өфөлә предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡышҡы Корпоратив уйындар ойошторола

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Шәмбе, 14 ғинуарҙа, Өфөләге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында V ҡышҡы Корпоратив уйындар уҙғарыла. Йыл һайын ярышта ҡаланың бер нисә тиҫтә предприятие һәм ойошмаһы ҡатнаша. Быйыл сара «Офистан — стартҡа!» девизы аҫтында үтә. Ҡышҡы Корпоратив уйындарҙың маҡсаты — баш ҡала хеҙмәткәрҙәрен физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл бәләкәй (500-гә тиклем кеше) һәм ҙур предприятиелар араһында дөйөм зачет айырым алып барыла. Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәр һаны аҙ булған ойошмалар өҫтәмә стимул һәм призлы урындар өсөн көрәшеү мөмкинлеге ала.
Сираттағы ҡышҡы спорт байрамының программаһында быйма кейеп хоккей, ҡарҙа волейбол уйнау, саңғы ярыштары (эстафета), конькиҙа уҙышыу, пейнтбол элементтары менән күңелле старттар ҡаралған.
Төп приз — Өфө хакимиәте башлығы кубогы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика