12:36 (UTC+5), 13 Января 2017

Белоретта яңы биҫтә төҙөлә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белоретҡа эш сәфәре барышында «Яңы ауыл-2» биҫтәһен төҙөү барышы менән танышты. Унда 185 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана.
Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 283 гектар тәшкил итә. Ошо биләмәлә 740 шәхси һәм 95 күп фатирлы йорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, бер нисә социаль һәм спорт объекттары урынлашасаҡ.
Район башлығы Владислав Миронов һүҙҙәренсә, төҙөлә башлаған биҫтә селтәрле коммуникациялар менән тәьмин ителгән: энергия һәм газ тәьминәте бар, магистраль һыу үткәргесте төҙөү тамамлана.
Киләсәктә биҫтә халҡы мәктәп, поликлиника йәки балалар майҙансыҡтары булмау арҡаһында ҡыйынлыҡтар кисермәһен өсөн инфраструктура торлаҡ менән бергә төҙөлөргә тейеш, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Шәхси төҙөлөшкә килгәндә, төбәк етәксеһе биҫтә берҙәм архитектура стиленә тап килһен һәм матур күренһен өсөн «ҡыҙыл һыҙат» өсөн булһа ла йорттарҙың типовой проектын әҙерләргә тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы Шайморатов урамында төҙөлә башлаған күп фатирлы йорттарҙың береһен ҡараны. Уға 2015 йылдың сентябрь айында нигеҙ һалынған. Йортто 2017 йылдың икенсе кварталында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Майҙаны 1 635 квадрат метрлыҡ өс ҡатлы йортта 30, шул иҫәптән 15 бер бүлмәле, 9 ике һәм 6 өс бүлмәле фатир ҡаралған. Район хакимиәте 15 фатирҙы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн һатып ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика