06:04 (UTC+5), 13 Января 2017

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ҙур спартакиада ойошторола

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте
Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2017 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләгенә спартакиада уҙғарыла. Ошо хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Велмир Аҙнаев йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комиссия ултырышында һөйләне.
Осрашыуҙа башҡорт ойошмалары етәкселәре, әүҙем студенттар, башҡорт йәштәре лидерҙары ҡатнашты. Улар үткән йылға йомғаҡ яһаны, 2017 йылға бурыстар билдәләне.
Велмир Аҙнаевтың әйтеүе буйынса, спартакиада йыл дауамында уҙғарыла. Ярыштар Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарынан бөтә өлкән йәштәге халыҡты йыйырға тейеш.
«Йыл буйына тотош саралар комплексы ойоштороласаҡ. Уға саңғы ярыштары, волейбол һәм футбол кеүек классик уйындар ҙа, боронғо башҡорт спорт төрҙәре: уҡ атыу менән көрәш тә инәсәк. Иң мөһиме – күмәк кешенең ҡатнашыуы», – тине Велмир Аҙнаев.
Башҡорт ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылда бер төркөм йәштәр форумын уҙғарыу, республика вәкилдәренең Бөтә Рәсәй съездарында ҡатнашыуы күҙаллана. Легендар спортсы Харис Йосоповтың иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса бәйге үткәреүгә әҙерлек бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика