03:52 (UTC+5), 13 Января 2017

Бөрйән районында туристик кластер үҫешә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов /. 12 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрйән районына эш сәфәре барышында биләмәне комплекслы үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Тикшереүҙә ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына ингән Бөрйән туристик кластерын үҫтереү мөһим йүнәлеш булып тора. Район башлығы Рөстәм Шәриповтың әйтеүенсә, кластер сиктәрендә тау-саңғы инфраструктураһын булдырыу күҙаллана. Был йүнәлешкә сит ил инвесторҙары ҡыҙыҡһыныу белдерә.
Кластерҙың тулы көсөнә эшләүен һәм туристик ағымды тәьмин итеү өсөн 2017-2018 йылда инә торған юлға асфальт түшәү ҡаралған. Яңы объекттар төҙөү, газ үткәргесен һуҙыу өсөн кәрәкле энергетик ҡеүәтте арттырыу мөмкинлеге тикшерелә. Уҙған йылдың декабрендә сүс-оптик элемтә линияларын һалыу буйынса эштәр тамамланған, юғары тиҙлектәге (секундына 100 мегабит) интернет менән тәьмин ителгән. Ғинуар аҙағында ҡурсаулыҡ биләмәһен кәрәҙле тауыш элемтәһе һәм киң һыҙатлы мобиль Интернет менән тәьмин итеү өсөн фемтосотты (кәрәҙле операторҙарҙың урындағы база станцияһы) эшләтеп ебәреү күҙаллана. Шулай уҡ быйыл база станциялары өсөн төп антенна-таяу ҡоролмаларын төҙөү планлаштырылған, ул яҡындағы ауылдарҙы һәм ҡурсаулыҡтың үҙен кәрәҙле элемтә менән тулы күләмдә тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Бөрйән районының туристик инфраструктураһын үҫтереү маҡсатында Шүлгәнташ мәмерйәһенән 3 саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан «Морат туғай» туристик кемпингы 2014 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны — 11,2 гектар.
Әлеге ваҡытта кемпинг объекттары нигеҙендә 50 кешегә иҫәпләнгән «Аҡбуҙат» туристик комплексы ойошторолған. Ағастан һалынған һигеҙ йоҡо корпусында ике, өс һәм дүрт урынлыҡ, шулай уҡ 10-12 урынлыҡ эконом класлы бүлмәләр урынлашҡан. Комплекс биләмәһендә күңел асыу үҙәге менән кафе, мунсалар, балалар өсөн спорт майҙансыҡтары бар. Былтыр бында ике меңдән ашыу кеше ял иткән.
Эш сәфәре барышында республика Башлығы комплекстың инфраструктураһы менән танышты һәм туристар йәшәгән шарттарҙы баһаланы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика