Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2017, 16:00

Республикала яҙғы ташҡындың кимәлен авиация гамма-төшөрөү фаразлай

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда яҙғы ташҡындың кимәлен авиация гамма-төшөрөү фаразлай. Быйыл ул Ағиҙел йылғаһы бассейны буйынса үткәрелә, шулай уҡ Урал йылғаһы бассейнын үҙ эсенә ала.
Былтырғы миҙгелдә уҙғарылған авиация гамма-төшөрөү юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте. Ул яҙғы ташҡын башланыуға ҡар япмаһындағы һыуҙың миҡдарын билдәләргә, Ағиҙел бассейны йылғаларының ағымын көйләү буйынса эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә. Был алым күп кенә алдынғы илдәрҙә ҡулланыла.
«Элек республикала ҡар япмаһындағы һыуҙың запасы Башгидромет станцияларында ҡул менән ҡар үлсәгес ярҙамында билдәләнә ине», — тип һөйләне республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр.
Башҡортостан — илдә ошо фаразлау ысулын ҡулланыуҙы тергеҙгән берҙән-бер төбәк. Эштәр республика ҡаҙнаһынан финанслана, уларҙы башҡарыу өсөн 10 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Автор: Гөлфиә Акулова
Теги: ташҡын
Читайте нас