17:23 (UTC+5), 12 Января 2017

Рөстәм Хәмитов 13-сө ҡала клиник дауаханаһының баш табибын эштән бушатырға күрһәтмә бирҙе

Башҡортостан юлдаш телеканалы
Башҡортостан юлдаш телеканалы
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рөстәм Хәмитов Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының баш табибын эштән бушатырға күрһәтмә бирҙе. Республика Башлығы Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан юлдаш телеканалы журналистарына ошо хаҡта һөйләне.
«Беҙ телевидениенан күрһәтелгән сюжетты ҡараныҡ. Тәү сиратта баш табип ғәйепле. Ике йыл буйына лифт эшләмәгән. Шул ваҡыт эсендә ул, төрлө һылтау табып, файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһенән ситкә китте. Мин баш табипты биләгән вазифаһынан бушатырға күрһәтмә бирҙем, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. — Был башҡаларға һабаҡ булыр, тип уйлайым. Ошо күренеш — кешеләргә вайымһыҙ мөнәсәбәттең сираттағы миҫалы. Ундайҙарҙы ҡаты язаға тарттырабыҙ. Кәм тигәндә эштән бушатабыҙ».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 10 ғинуарҙа Ферин урамындағы 13-сө ҡала клиник дауаханаһы ҡарамағындағы 1-се поликлиникала бер ҡатын рентген кабинетына баҫҡыстан шыуышып менә. Оло йәштәге ҡатындың ҡыҙы һөйләүенсә, әлеге медицина учреждениеһында рентген кабинеты икенсе ҡатта урынлашҡан. Өҫтәүенә лифт эшләмәй, пандустар һәм коляскалар юҡ.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе күрһәтмәһе буйынса медицина учреждениеһында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең хәүефһеҙлеген тикшереү ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика