14:00 (UTC+5), 12 Ғинуар 2017

Мәғариф министрлығында 2017 йылда БДИ тапшырыу өсөн ғариза биреүҙең һуңғы срогы хаҡында хәбәр иттеләр

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғариза 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Унда һынау биреү өсөн предметтар күрһәтелергә тейеш. Рус теле һәм математика — сығарылыш класы уҡыусылары өсөн мотлаҡ. Ошо фәндәрҙән имтиханды уңышлы тапшырыу урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн кәрәк. Ҡалған предметтар — һайлау буйынса. Улар тәү сиратта белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләгән уҡыусылар өсөн мөһим.
Быйыл белем усағын тамамлаясаҡ уҡыусылар ғаризаны уҡыған урыны буйынса яҙа. Уҙған йылдарҙа тамамлаусылар Башҡортостан Мәғариф министрлығы билдәләгән урындарға ғариза бирә.
1 февралдән һуң Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғариза Башҡортостан дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса имтихандар башланғанға тиклем ике аҙна алдан билдәле сәбәптәр (ауырыу йәки документтар менән раҫланған хәлдәр) булғанда ғына ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика