02:42 (UTC+5), 12 Января 2017

Өфөлә мәктәп уҡыусыларының каникулдары оҙайтылды

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәктәп уҡыусылары араһында киҫкен респиратор вируслы инфекцияһының ныҡлап таралыуына юл ҡуймау маҡсатында балалар өсөн пландан тыш ял кәрәк.
Өфө хакимиәте грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияһы арҡаһында мәктәп уҡыусылары өсөн профилактик каникулдарҙы 21 ғинуарға тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Баш ҡала мэрияһында аңлатыуҙарынса, һуңғы көндәрҙә тотош ил буйлап миҙгел сирҙәре – грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияһының эпидемик күтәрелеше теркәлә. Был ауырыуҙарҙы йоҡтормау ысулы – сирле кешеләр менән аралашмау, улар менән бер бүлмәлә булмау, бер үк һауа һуламау. Тап шуға күрә был ауырыуҙарҙың таралыу хәүефе осоронда мәктәптәрҙә уҡытыу процесын туҡтатыу сараһы күрелә.
Ҡаланың дөйөм белем биреү учреждениеларында алыҫтан тороп уҡытыу алып барыласаҡ, тип билдәләнеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Алдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2017 йылдың тәүге аҙнаһында Башҡортостанда 24 меңгә яҡын кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм грипп менән сирләгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика