03:10 (UTC+5), 12 Января 2017

Башҡортостандың КВН командалары «КиВиН-2017» фестивалендә сығыш яһай

БР КВН сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан 11 КВН командаһы «КиВиН-2017» 28-се халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаясаҡ.
Ғәҙәттәге күмәк шаярыу һәм тапҡырлыҡ байрамы быйыл 500-ҙән ашыу команданы йыйған. Ҡатнашыусылар иҫәбендә – Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия һәм башҡа яҡындағы сит ил КВН командалары.
Республиканан, былтыр КВН-дың Юғары лигаһы миҙгеленә үтә алған, «Өфө. Башҡортостан Республикаһы» командаһы сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Сочи сәхнәһенә «Три метра» (Благовещен), «Лица Республики», «Прошу заметить» (Ишембай), «Сборная небольших городов» (Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы), «Стрела» (Өфө дәүләт нефть техник университеты), «Мультифрукт» (Өфө), «Gadget» (БашДУ), «7 тонн» (Октябрьский), «Сборная Башкирской лиги», «Женская сборная УЮИ МВД» командалары сығасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР КВН матбуғат хеҙмәтенән.
Һайлап алыу турҙары ике аҙна дауамында уҙасаҡ. Уларҙың йомғаҡтары буйынса иң яҡшыларҙы – Халыҡ-ара КВН союзы лигаһы ҡатнашыусыларын асыҡлаясаҡтар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика